ФСБ-ның республика буйынса идаралығы реле шкафтарын, автомобилдәрҙе, элемтә вышкаларын, хәрби комиссариаттарҙы, предприятиеларҙы, биналарҙы һәм инфраструктура объекттарын яндырыу тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн @counter_terr_bot телеграм-ботын эшләтеп ебәреү тураһында хәбәр итә.
Хәбәргә фото- йәки видео беркетергә мөмкин. Бот эҙләү сервисы йәки QR-код аша ҡулланыла. Артабан ул телефон номерығыҙҙы һорай.
Әгәр был хәлде иҫкәртеүгә һәм асыуға булышлыҡ итһә, граждан хәбәр ителгән енәйәттәр өсөн яуаплылыҡтан азат ителә.