Хәүефһеҙлек
22 Октябрь 2025, 07:00

Ерләү хеҙмәте машинаһы үҙе үлемесле һәләкәткә эләккән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандар бар...

Ерләү хеҙмәте машинаһы үҙе үлемесле һәләкәткә эләккәнЕрләү хеҙмәте машинаһы үҙе үлемесле һәләкәткә эләккән
Ерләү хеҙмәте машинаһы үҙе үлемесле һәләкәткә эләккән

Мәсетле районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт 7-лә «Лада Ларгус» автомобилендә 50 йәшлек водитель Кропачево - Мәсәғүт - Әчит автомобиль юлында ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм ВАЗ-2114 менән бәрелешә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ВАЗ-2114 машинаһының 64 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте килгәнгә тиклем ваҡиға урынында вафат була.

Шуныһы: «Лада Ларгус» ерләү хеҙмәте транспорты була. Уның кузовында кәүҙә булғанмы-юҡмы - хәбәр ителмәй...

Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыумылар! Юлдарҙа иғтибарлы, һаҡ булығыҙ, ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ. Был бик күңелһеҙ тамамланырға мөмкин. Республикала көн дә тиерлек үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары булып тора.

Фото: Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы.

Ерләү хеҙмәте машинаһы үҙе үлемесле һәләкәткә эләккән
Ерләү хеҙмәте машинаһы үҙе үлемесле һәләкәткә эләккән
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас