Бөгөн, көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә, баш ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы урамында «Газель» водителе «Матбуғат йорто» туҡталышы яғына китеп барғанда, ҡаршы һыҙатҡа сығып, дүрт машина менән бәрелешкән һәм юл ситендәге туҡталҡала ултырған тағы өс машинаға бәрелгән.
Йөк машинаһының водителе әйтеүенсә, рулдә саҡта уның хәле ҡапыл насарайған һәм ул, идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Водитель дауаханаға оҙатылған. «Газель»дән тыш, был аварияла «Субару», «Рено Логан», «Мазда СХ-5», «Лада Гранта», «Рендж Ровер», «БМВ» һәм «Хонда» автомобилдәре зыян күргән. Бәхеткә күрә, уларҙың водителдәре имен-һау.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һауа торошо үҙгәргән мәлдә юлдарҙа һаҡ булырға, тиҙлек режимын һаҡларға кәңәш итә.
Фотолар: Өфө Дәүләт автоинспекцияһынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!