Бөгөн 112 системаһы телефонына Туймазы районындағы Кәлшәле ауылы янындағы юлда юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килә. Тиҙ арала урынға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары сыға.
"Лада Гранта" һәм "Лада Приора" бәрелешкән була. Һуңғыһында водитель генә була, уны шаһиттар дауаханаға оҙата. Тәүге автомобилдә ике кеше китеп барған, водитель шулай уҡ дауаханаға ебәрелә, ә 1951 йылғы пассажир ир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була.
Юлда иғтибарлы булығыҙ. Әле миҙгел алмашынған мәл, юлдарҙа боҙлауыҡ, шулай уҡ томан булыуы ихтимал. Ҡараңғы ла тиҙ төшә.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!