Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Декабрь 2025, 00:30

Оло фажиғә: машинала ата-әсәһе менән биш бала китеп барған...

Кис Өфө - Инйәр - Белорет юлында, Инйәр ауылы янында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Еңел автомобилдә ете кешелек ғаилә китеп барған.

Оло фажиғә: машинала ата-әсәһе менән биш бала китеп барған...
Оло фажиғә: машинала ата-әсәһе менән биш бала китеп барған...

Өфө - Инйәр - Белорет юлында, Инйәр ауылы янында, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Ете кешелек ғаилә - атай-әсәй һәм уларҙың биш балаһы ултырған "ун икенсе "Лада" "Ман" йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Һөҙөмтәлә 40 йәшлек атай кеше - водитель шунда уҡ һәләк булған, өс баланы дауаханаға алып киткәндәр, ике балаһы менән әсәгә табиптар урында медицина тикшереүе үткәргән.

Балаларҙың иң бәләкәйенә өс ай, өлкәненә 10 йәш. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара. Фажиғә сәбәптәре тикшерелә.

Водителдәр! Юлда һаҡ булығыҙ. Әлеге мәлдә һауа торошо тотороҡһоҙ: ямғыр, ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ, томан. Тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Ә инде тотош ғаиләгеҙҙе, балаларығыҙҙы алып китеп барһағыҙ, икеләтә иғтибарлы булығыҙ!

Фото: ДАИ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Оло фажиғә: машинала ата-әсәһе менән биш бала китеп барған...
Оло фажиғә: машинала ата-әсәһе менән биш бала китеп барған...
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас