Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Декабрь 2025, 02:00

Аварияға юлыҡҡан биш балалы ғаилә... магазинға ғына барып ҡайтып килгән

Әсә кеше бер балаһынан икенсеһенә ҡарай йүгергеләй һәм ваҡыт-ваҡыт аңын юғалтып ҡолай ине, тип һөйләй шаһиттар...  

Аварияға юлыҡҡан биш балалы ғаилә... магазинға ғына барып ҡайтып килгән
Аварияға юлыҡҡан биш балалы ғаилә... магазинға ғына барып ҡайтып килгән

Йәкшәмбелә киске сәғәт 5 менән 6 араһында Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында күп балалы ғаиләнең һәләкәткә осрауын хәбәр иткәйнек инде. ВАЗ-2112 еңел машинаһында ата-әсәһе менән биш бала ҡайтып бара. Уларҙың береһе лә хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған була. Инйәр менән Усманғәле ауылдары араһында ғаиләнең автомобиле ҡаршы килгән йөк машинаһының ҡабырғаһына бәрелә һәм юлдан ситкә сығып оса...

Ғаилә башлығы Искәндәр Х. урында уҡ һәләк була, уның дүрт йәшлек улы һуңыраҡ дауаханала вафат була.

Ете кешелек ғаилә күмәкләп Усманғәле ауылынан Инйәргә аҙыҡ-түлек алырға бара һәм кире юлға сыға. Ҡатын ҡулына өс айлыҡ балаһын тота, салонда тағы ла дүрт бала була. 

Ufa.aif.ru баҫмаһына шаһит ҡатын Элиза һөйләүенсә, авария уларҙың машинаһы алдында була. Ул ире менән Алабуғанан Межгорьеға ҡайтып бара.

"12-сенең водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡты. Машинала бер кем дә хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған ине. Быны миңә һуңыраҡ әсә кеше лә раҫланы. Салондан водитель һәм пассажирҙар тышҡа осто. Юл буйлап уларҙың һатып алған аҙыҡ-түлеге сәселде... Беҙ шунда уҡ туҡтаныҡ, беҙҙең менән тағы ла алты машина туҡтаны, — тип һөйләй ҡатын. — Водитель алғы тәҙрә аша осоп сығып ағасҡа бәрелгәйне. Мин табиплыҡҡа уҡыйым һәм тәүге ярҙам күрһәтә беләм. Уға теймәүҙәрен һораным, әммә кешеләр тыңламаны һәм йөрәгенә массаж яһарға тырышты. Бындай осраҡта зыян күреүселәргә ҡағылырға ярамай. Әсә кеше шаҡ ҡатып бер баланан икенсеһенә йүгерә ине. Ваҡыт-ваҡыт аңын юғалтып йығыла..."

Элиза әйтеүенсә, балалар тирә-яҡҡа һибелгән. Өлкән улдары үҙе юлға шыуышып сыға, икәүһен ҡатын йырында таба.

Ике, өс, дүрт йәшлек балаларҙы Белорет дауаханаһына оҙаталар. Әсә кешене, уның өс айлыҡ һәм 10 йәшлек балаларын амбулатор дауалауға ебәрәләр. 

Белорет районы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе начальнигы Евгений Изотов, ҡаршы машина тапҡырында ВАЗ-2112 водителе ҡабырға интервалын боҙған һәм йөк транспорты менән бәрелешкән, тип аңлатма бирҙе.

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов: "Балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклегенә айырыуса иғтибарҙы йүнәлтәм. Һәр водитель һәм ата-әсә хәүефһеҙлек тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Айырыуса әгәр транспорт салонында бала булһа. Балаларҙы мотлаҡ балалар креслоларында йөрөтөргә һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән бәйләргә кәрәк. Тиҙлекте арттырмаҫҡа һәм автомобиль рулендә саҡта мөмкин тиклем иғтибарлы булырға", - тип белдерҙе.

Фото: Искәндәр Х. ғаиләһенең архивынан.

Сығанаҡ: https://ufa.aif.ru/incidents/crash/malyshey-razbrosalo-povsyudu-mnogodetnaya-semya-razbilas-v-dtp

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас