Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2025, 13:00

Өләсәйеңде һаҡла!

MAX-та ғаиләнең онлайн-хәүефһеҙлек функцияһы барлыҡҡа килә

Өләсәйеңде һаҡла!
Өләсәйеңде һаҡла!

Мутлашыусылар хәҙер өлкән йәштәге туғандарығыҙға барып етә алмаясаҡ. MAX-та ғаиләнең онлайн-хәүефһеҙлек функцияһы барлыҡҡа килә.

Мессенджерҙағы «Ғаилә яҡлауы» («Семейная защита») тигән был опция бөтә яҡындарыңды һәм туғандарыңды мутлашыусыларҙан, спамдан һәм һеҙ теләмәгән контенттан һаҡлай ала. Уның хужаһы бөтәһен дә үҙе көйләй: кем яҙа һәм шылтырата ала, төркөмдөң ағзалары ниндәй контентты күрәсәк һ.б.

Опцияны урынлаштырыу өсөн «Приватность» бүлегенә инергә, «Создать защиту» тигән төймәгә баҫырға һәм яҡындарыңды саҡырып код ебәрергә кәрәк.

Фото: SHOT телеграм-каналы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас