Алдаҡсылар Өфөләге 84 йәшлек ҡатындың ярты миллион һумдан ашыу аҡсаһын урламаҡсы була. Ҡорбанын улар бер нисә көн буйы эшкәртә.
Һөҙөмтәлә ҡатын һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаһын алып бирергә тип, банкка юллана. Тик банк хеҙмәткәренә уның 600 мең һум ятҡан һаҡлам иҫәбен ябырға теләүе сәйер тойола һәм полиция саҡырта.
Тәртип һаҡсылары өлкән йәштәге ҡатынды иҫкәртеп, мутлашыусыларҙың әле киң таралған алдау ысулдары хаҡында һөйләйҙәр.
Фото: bashinform.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!