Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Март , 10:51

Өфөгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте

Бөгөн баш ҡала заводтарына БПЛА һөжүм иткәндә уларҙың икәүһе Затон биҫтәһендәге күп ҡатлы йортҡа төшә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Өфөгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте
Өфөгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте

"Башҡортостанға сираттағы БПЛА һөжүме ваҡытында улар нефть эшкәртеү заводтары янында бәреп төшөрөлдө.

Икәүһе Затон биҫтәһендәге төҙөлөп ятҡан йортҡа төшә. Һөҙөмтәлә өйҙөң йылытыусы материалы янып китә. МЧС-тың янғын һүндереүселәре утты һүндерә.

Ике төҙөүсе еңелсә яралана, дауаханаға оҙатыу кәрәкмәгән", - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Автор фотоһы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас