Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Март , 12:05

Һигеҙ йәшлек бала әсәһенең аҡсаһын урлатҡан

Нефтекаманан бер бала Roblox-та бушлай бонус алырға теләй.

Һигеҙ йәшлек бала әсәһенең аҡсаһын урлатҡан
Һигеҙ йәшлек бала әсәһенең аҡсаһын урлатҡан

Тикшереү фаразы буйынса, билдәһеҙ кеше телефон аша башта бала менән яҙышып китә һәм онлайн-уйында бүләк вәғәҙә итә.

Һуңынан шылтыратып, әсәһенең картаһы мәғлүмәттәрен әйтеп, аҡса күсереүен һорай. Ҡыҙ барыһын да күрһәтмә буйынса эшләй, әммә ҡапыл ҡурҡып, трубканы ташлай.

Иртәгәһенә әсәһе банк иҫәбенән 95 меңдән ашыу аҡса күсерелгәнен һәм тағы 270 меңгә кредит картаһы алынғанын күрә. Ҡатын полицияға ғариза яҙа. Мутлашыусыны эҙләйҙәр.

ИҒТИБАР! Балаларға сит кешеләр менән аралашмаҫҡа, бер ниндәй ҙә кодтарҙы әйтмәҫкә, аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсермәҫкә өйрәтеп ҡуйығыҙ. Иң яҡшыһы - телефонды шунда уҡ һүндерергә, һөйләшеүҙе өҙөргә.

Э. Ибраһимова фотоһы.

 

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас