

2 апрелгә ҡараған төндә М-5 Урал автомобиль юлының 1459-сы километрында, Өфө ҡалаһының Дим районына илткән юлда ике "Лада Приора" һәм тағылмалы ҙур "Даф" йөк машинаһы бәрелешә. Йәштәр ҡайтып барған автомобиль ҡаршыһына уттары янмаған еңел машина килеп сыға, улар төкөшкәс, арттан йөк машинаһы ла килеп бәрелә.
Төрлө йәрәхәттәр менән "Приора"ларҙың 23 һәм 37 йәшлек водителдәре һәм пассажир 18 йәшлек егет, 21 һәм 22 йәшлек ҡыҙҙар дауаханаға оҙатыла.
Йәштәр машинаһынан водитель Илгиздең атаһы Линар ваҡиға тураһында һөйләй һәм ғаиләнең һәләкәтте тулыһынса күҙ алдына баҫтырыу өсөн шаһиттар эҙләүен хәбәр итә.
Машиналағы дүртәү ауыр йәрәхәттәр менән әле дауаханала ята. Илгиз, Данил һәм ҡыҙҙарҙың береһе комаға китә. Бер аҙҙан ҡыҙ аңына килә, егеттәр һаман ауыр хәлдә.
Илгиздең атаһы: "Табиптар бер нимә лә вәғәҙә итмәй. Бер бөтәбеҙ ҙә Хоҙайға ялбарабыҙ, балаларҙың аңына килеүен теләйбеҙ", — тигән "КП-Өфө" баҫмаһына.
Кемдәр ваҡиға шаһиты булған, зыян күреүселәрҙең туғандары йәки юл хәрәкәте автоиспекцияһы менән бәйләнешкә инеүегеҙ һорала.
Фото: БР ДАИ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!