Хәүефһеҙлек
22 Апреля , 17:20

Йәшәр урынһыҙ ҡалып ҡуймағыҙ!

Белә инегеҙме: фатирығыҙҙы һеҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш һатып ебәреүҙәре ихтимал... 

Йәшәр урынһыҙ ҡалып ҡуймағыҙ!Йәшәр урынһыҙ ҡалып ҡуймағыҙ!
Йәшәр урынһыҙ ҡалып ҡуймағыҙ!

Ҡурҡыныс булып яңғырай, әммә был ысынбарлыҡ. Мутлашыусылар башҡаларҙың күсемһеҙ милкен хужаларға белгертмәйенсә үҙҙәренә күсереү өсөн төрлө юлдар ҡуллана. Уларға яуап итеп, кешеләр күпләп һаҡ ҡуя һәм әлегәсә Росреестрға ошоға бәйле миллиондан ашыу ғариза тапшырылған.

Һүҙ милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш теләһә ниндәй килешеүҙәрҙе махсус тыйыу тураһында бара. Әгәр һеҙ булмаһағыҙ, фатирға бәйле һатыу ҙа, бүләк итеү ҙә теркәлеүҙән үтмәйәсәк.

Был тиҙ һәм бушлай рәсмиләштерелә. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре, “Росреестр” сайты йәки күп функциялы үҙәк (МФЦ) аша бирергә мөмкин.

Быны эшләү өсөн паспорт, ИНН һәм объекттың кадастр номеры кәрәк буласаҡ.

Бер нюансы бар: ғаризаға Дәүләт асҡысы (Госключ) ҡушымтаһы аша электрон ҡултамға ҡуйырға кәрәк.

Тыйыу реестрға яҡынса биш эш көнөндә индерелә һәм ошо ваҡыттан алып бер ниндәй ҙә килешеүҙәр, алыш-бирештәр йәшертен, йәғни һеҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш үтә алмаясаҡ.

 

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас