

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама ҡалаһында күп фатирлы йортта өс бүлмәле фатирҙарының береһендә йорт әйберҙәре янып, көслө төтөн сыға. Янғын сыҡҡан фатирҙың ишек алдында 66 һәм 92 йәшлек ике ҡатын (ҡыҙ һәм әсә) табылған. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәте звеноһы өс кешене ҡотҡара. Биш квадрат метр майҙанда ут һүндерелгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:
- төндә лә, өйҙә булмағанда ла йылытҡысты ҡабыҙып ҡалдырмағыҙ;
- йылытҡысты хәүефһеҙ урынға, тиҙ яна торған матдәләрҙән һәм газ баллондарынан алыҫ урынға ҡуйығыҙ;
- приборҙың техник торошон күҙәтегеҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.