+13 °С
Облачно


Бөгөн Приют - Бижбүләк автомобиль юлының 28-се саҡрымында "Лада Калина" автомобиленең 19 йәшлек водителе рулгә идара итеүҙе юғалта, һәм машинаһы юлдан ситкә осоп, түңкәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егет "Ашығыс ярҙам" килгәнгә тиклем ваҡиға урынында йән бирә. Уның пассажиры 16 йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: видеонан скриншот.