

“Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы идаралығында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәрҙең хәүефһеҙлеге һәм граждандарҙың мөлкәт хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләренә арналған брифинг булды. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Александра Жданова белдереүенсә, быйыл туғыҙ ай эсендә республикала 150 меңдән ашыу кеше үҙҙәренең шәхси ҡатнашлығынан тыш килешеүҙәрҙе теркәүҙе тыйыу тураһында ғариза тапшырған. Был сара мөлкәтте законһыҙ ғәмәлдәрҙән һаҡлауҙың иң һөҙөмтәле, шул уҡ ваҡытта бушлай ысулы булып тора.
– Дәүләт граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың күп кимәлле системаһын төҙөгән, әммә үҙ хоҡуҡтарыңды белеү һәм уяулыҡ һәр төрлө намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең ғәмәлдәренә кәртә ҡуйырлыҡ төп сара булып ҡала. Беҙ милек хужаларын ошо һаҡлыҡ сараһын әүҙем ҡулланырға саҡырабыҙ, — тине ул.
Брифинг барышында мутлыҡ ҡылыуҙың актуаль схемалары, шул иҫәптән телефондан шылтыратыуҙар, ялған документтар ҡулланыу осраҡтары ентекле тикшерелде. Спикер Берҙәм дәүләт реестрында хоҡуҡ теркәлмәгән объекттарға бәйле хәүефкә иғтибарҙы йүнәлтте. Бынан тыш, Александра Жданова Дәүләт Думаһына индерелгән закон проектына ла туҡталды. Ул ҡабул ителгән осраҡта “Росреестр” милекселәргә ЕГРН-да уларҙың ер участкаларының сиктәре һәм ҡаралтыларға хоҡуҡтың теркәлмәүе тураһында белдереү ебәрә аласаҡ. Был иһә граждандарға етешһеҙлектәрҙе ваҡытында яйға һалыу мөмкинлеген бирәсәк. Күсемһеҙ милек һатып алғанда “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы һатып алыусыларға түбәндәге алгоритмды файҙаланырға кәңәш итә:
– хоҡуҡтың күсеү тарихын өйрәнегеҙ;
– һатыусыны тикшерегеҙ;
– йәшерен хоҡуҡ эйәләрен асыҡлағыҙ;
– ышаныс ҡағыҙын тикшерегеҙ;
– Рәсәй Социаль фондынан белешмә ҡағыҙы алығыҙ;
– ер участкаһы сиктәрен тикшерегеҙ;
– тейешле ризалыҡ ҡағыҙҙарын тәьмин итегеҙ;
– планировканы үҙгәртеү статусын аныҡлағыҙ.
“Росреестр” идаралығы белгестәре әйтеүенсә, дәүләт регистраторы документтарҙың закондарға ярашлылығы йәһәтенән хоҡуҡи экспертиза үткәрә, әммә килешеү төҙөгәндә ҡатнашмай, яҡтарҙың психик хәлен баһаламай һәм ҡултамғаларға криминалистик экспертиза үткәрмәй. Документтарҙың ялған булыуы асыҡланған осраҡта, теркәү туҡтатыла, ә мәғлүмәт кисекмәҫтән хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелә.
Фото: “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы.