-5 °С
Болотло
Балтырған йәки бәпкәнән аш бешерҙегеҙме әле? Миҙгелендә уны өс тапҡыр ашарға кәрәк ти торғайны ололар. Ҡышҡылыҡҡа туңдырып та ҡуйырға онотмайыҡ.
Йомортҡа һытып ыумас ыуып, бер-ике картуф менән ҡайнап торған тоҙло һыуға һалырға. Бәпкә үләнен турағас, йомортҡаға болғап кәстрүлгә һалабыҙ, бешеп сығыр алдынан йәшел һуған өҫтәргә мөмкин. Табынға ҡатыҡ, ҡаймаҡ менән бирәләр. Үҙебеҙҙең тыуған ерҙә үҫкән үләндәр – дауа, ҡәҙерҙәрен генә беләйек.