Айҙың 9, 15, 23, 29 тәүлегендә кешенең энергетикаһы көсһөҙләнә, күңеле кителеп, рәнйеп барыусан, төшөнкөлөккә бирелеүсән була. Шайтанлы көндәрҙә юл-транспорт аварияһы йышая, хроник ауырыуҙар киҫкенләшә, кешенең нервы системаһы ҡуҙғый. Яңы әйбер һатып алырға, эш башларға, операция планлаштырырға, бурысҡа аҡса бирергә, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡларға ла ярамай.
Июндә насар көндәр:
15-се айлы көн – 2-се июндән 3-сө июнгә тиклем булды.
23-сө айлы көн – 11 июндә төнгө 2-се яртынан 12-се июндең 2-се яртыһына тиклем дауам итә.
Был көндө ярһыған кеше менән аралашыу мөмкинлеге бар. Йортоңда таҙалыҡ булдырыу файҙаға буласаҡ.
29-сы айлы көн – 17 июндә 3-сө яртынан 18 июндең төнгө сәғәт 3-кә тиклем дауам итә.
Был ваҡытта ураҙа тоторға, насар уйҙарҙы ҡыуып ебәрергә, ялған бәйләнештәрҙе өҙөргә тырышығыҙ. Яңы эш башламағыҙ. Күргән төштәр тормошҡа ашыуы ихтимал.
9-сы айлы көн – 26 июндә төнгө 1-се яртынан 27 июндең төшкә 2-гә тиклем дауам итә.
Ағыуланыу ихтималы, ҡот осҡос төштәр күреүегеҙ ихтимал. Был көндө рухи һәм тән таҙалығын ҡайғыртыу мөһим, үҙегеҙҙе рәнйетеүселәрҙе ғәфү итегеҙ. Шулай уҡ был осор алдашыуҙар, төрлө ҡатмарлыҡтарға бәйле. Проблемаларҙан ҡасырға ынтылыш бар. Шулай уҡ был көндө иҫкеләрҙән ҡотолоп, рухи яңырыу осоро башлай ала. Балалар менән конфликтҡа инмәҫкә тырышығыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан.