Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
29 Октябрь 2023, 10:00

Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?

Халыҡ-ара Олатай-өләсәйҙәр көнө сиктәрендә Күмертау ҡалаһының 5 -се  мәктәбендә "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе һәм "Беренселәр хәрәкәте"нең урындағы бүлексәһе менән берлектә "Өләсәйҙең рецебы" кулинар ярышын үткәрҙе.

Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?

Төп ҡатнашыусылар булып өләсәйҙәр һәм уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре булды. Бәлеш, ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, бауырһаҡтар һәм башҡа тәм-том менән биҙәлгән өҫтәлдәр сараға байрам кәйефе бирҙе. Һәр ғаилә тамашасыларға үҙенең яратып бешергән ризыҡтың рецебын тәҡдим итте.

Жюри составында Күмертау ҡалаһы "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Елена Решетникова, "Аҡ йылға" ирекмәнлек һәм остазлыҡ үҙәге етәксеһе Марина Сафонова, Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Ксения Козюкова, 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Ольга Оспищева өләсәйҙәрҙең һәр сығышын, аш-һыу өлгөләрен баһаланы.

 Байрам аҙағында сарала ҡатнашҡан һәр ғаилә "Берҙәм Рәсәй"партияһының урындағы бүлексәһенән рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк алды һәм тәмлекәстәр менән һыйланды.



 

Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Күмертауҙа кемдең өләсәйе ныҡ тәмле бешерә?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: