Беҙгә кәрәк
- 1,5 ҡайнар һыу
- 2 аш ҡалағы эре итеп туралған имбир тамыры
- 1 балғалаҡ йәшел сәй
- 2 аш ҡалағы лимон һуты
- 1 балғалаҡ бал
Бөтнөк (мята) япрағы ла ҡушырға була.
Әҙерләү
1. Имбирҙе эре итеп турарға
2. Бөтәһен дә термосҡа һалаһың да ҡайнар һыу ҡойорға. 30 минутҡа ҡуйып торорға һәм эсә башларға мөмкин.
Көн дауамында литр ярым эсергә тәҡдим ителә, иртәнге кофе урынына ла эсергә була. Йоҡлар алдынан эсмәҫкә кәңәш ителә, сөнки йоҡо осоуы мөмкин һәм йыш бәҙрәфкә йөрөтә.
Артыҡ килограмдар китә, авитаминоз әҙәйә, иммунитет яҡшыра һәм көнө буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың!
Бөтәгеҙгә лә уңыштар!
https://kungak.ru/news/godpoleznihdel/2024-07-06/tege-k-ld-ge-yymay-y-my-osho-yar-am-it-3837758