Бөтә яңылыҡтар

Ял көндәрендә һауа торошо нисек була?

Көндөҙ +3...+8 градус йылы була, ти синоптиктар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, шулай уҡ урыны менән көслө иҫә, ямғыр яуа. Иртәгә...

Ял көндәрендә һауа торошо нисек була?
Ял көндәрендә һауа торошо нисек була?

Бөгөн төндә 0... -5 градус һалҡын булды, ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы.  Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән киҫкен. Көндөҙ +3...+8 градус йылы була, ти синоптиктар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, шулай уҡ урыны менән көслө иҫә, ямғыр яуа.

3 ноябрь төндә +1...-4 градус көтөлә, яуым-төшөм күҙаллана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Көндөҙ аяҙлы-болотло, һауа температураһы - 3...+2 градусҡаса етә. Көнбайыштан, урыны менән көслө ел иҫә.

4 ноябрь төнөндә һауа температураһы -1...-6 градусҡаса төшә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, киҫкен. Көндөҙ -  0...-5 градус. Ел көнбайыштан талғын.

Юлдарҙа боҙлауыҡ, водителдәр һаҡ булығыҙ!

Фотола Бөрйән – Темәс юлы. Ә. Ишморатова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: