Матур үтһен ялығыҙ
15 Ноябрь 2024, 17:30

Ял көндәре ниндәй һауа торошо көтә?

Бөгөн, 16 ноябрь, ваҡыты-ваҡыты менән епшек ҡар һәм ҡарлы ямғыр яуыуы күҙаллана, айырым райондарҙа епшек ҡар

Ял көндәре ниндәй һауа торошо көтә?Ял көндәре ниндәй һауа торошо көтә?
Ял көндәре ниндәй һауа торошо көтә?

Бөгөн, 16 ноябрь, ваҡыты-ваҡыты менән епшек ҡар һәм ҡарлы ямғыр яуыуы күҙаллана, айырым райондарҙа епшек ҡар сымдарға һәм ағастарға һырынты булып ята. Ел көньяҡ-көнбайыштан, урыны менән көслө иҫә. Һауа температураһы  төндә 0... -5 градус, көндөҙ +1....-4 .

Йәкшәмбе, 17 ноябрь, шулай уҡ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуын фаразлай синоптиктар. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 0... -5 градус, көндөҙ +2...-3 градус көтөлә.

Юлдарҙа боҙлауыҡ, һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас