Миңзәлә Түләбаева үҙенең сәхифәһендә үҙенсәлекле ризыҡ рецебы менән уртаҡлаша.
"Ябай, әммә үҙҽнсәлҽклҽ гҽнә ризыҡ бҽшҽрҙҽм әлҽ төшкө ашҡа. Мин уны, манты-голубцы, тип атар инҽм. Ҡамыры мантыныҡы һымаҡ, ә эслҽгҽ голубцыныҡынан һис тә айырылмай.
Йылҡы итҽнә ҡаҙ майын ҡушып, ит турағыстан үткәрҽп, һуған, борос өҫтәгәс, бүрттҽрҽлгән дөгөнө ҡушып ҽбәрҙҽм. Йәйҽлгән ҡамырҙы шаҡмаҡлап ҡырҡтым, эслҽгҽн һалғандан һуң, конвҽрт рәүҽшҽндә төрөп, манты бешергескә тҽҙҙҽм. Шулай уҡ ашағанда күңҽллҽрәк, тағы ла йәмлҽрәк булһын тип, ҡайһыларын роза сәскәһе формаһында эшләнҽм.
40 минут самаһы бҽштҽ. Баҙҙан йәй үҙҽм эшләгән йәшҽлсә икраһын сығарып ҡушып ҽбәрҽп ашауҙары үҙҽ бҽр кинәнҽс булды.
Һҽҙ ҙә бҽшҽрҽп ҡарағыҙ, дуҫтар! Аштарыбыҙ тәмлҽ, үҙҽбҽҙ һау-сәләмәт булайыҡ!" - тигән ул.
Матур бит! Әйҙәгеҙ Яңы йыл табынына ошо үҙенсәлекле ризыҡты ла әҙерләйек.
Фото: https://vk.com/id94963269