Матур үтһен ялығыҙ
29 Декабрь 2024, 18:15

Байрамда һауа торошо ҡыуандырамы?

Башҡортостанда, синоптиктар фаразлауынса, 30 декабрь ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаһында төндә һәм таңда томан төшөп, күреүсәнлекте 500-1000 метрға тиклем кәметә.Төндә һауа температураһы -8...-11 градус, аяҙайтҡанда, -16...-21 градусҡаса төшөүе ихтимал, ә көндөҙ -5...-10 градус. Быйылғы һуңғы көндә, 31 декабрҙә,

Байрамда һауа торошо ҡыуандырамы?Байрамда һауа торошо ҡыуандырамы?
Байрамда һауа торошо ҡыуандырамы?

Башҡортостанда, синоптиктар фаразлауынса, 30 декабрь ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаһында төндә һәм таңда томан төшөп, күреүсәнлекте 500-1000 метрға тиклем кәметә.Төндә һауа температураһы -8...-11 градус, аяҙайтҡанда, -16...-21 градусҡаса төшөүе ихтимал, ә көндөҙ -5...-10 градус.

Быйылғы һуңғы көндә, 31 декабрҙә, аяҙлы-болотло, кискә табан ҡар яуыуы һәм 4 ғинуарға тиклем бер төрлө һауа торошо тороуы күҙаллана. Синоптиктар юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә, һаҡ булығыҙ.

Яңы йыл төнөндә, 1 ғинуарға ҡарай,  -3...-5 градус, ә көндөҙ -1 градусҡаса йылыта, ҡар яуа.

2 ғинуарҙа ла ҡар яуыуы күҙаллана. Айырым райондарҙа көслө ел, буран. Төндә -2...-7 градус, аяҙайтҡанда -12. Көндөҙ – 0...-6 градус һалҡын.

3,4 ғинуарҙа ла көслө ел иҫә, урыны менән һепертмә буран сығыуы көтөлә.

Юлдағылар, иғтибарлы булығыҙ, имен-һау йөрөгөҙ!

Розалина Моратшина фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас