Матур үтһен ялығыҙ
30 Декабрь 2024, 07:00

Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды

Ҡышҡы ялдарҙа ҡайҙа барырға белмәйһегеҙме? Ул “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына боролған ерҙә урынлашҡан.

Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылдыБөрйәндә тюбинг трассаһы асылды
Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды

Ҡышҡы ялдарҙы һәм байрамдарҙы ғаилә менән күңелле үткәреү йәки оҙон эш көндәренән һуң саф һауала рәхәтләнеп ял итергә теләүселәр өсөн күтәргесле тюбинг трассаһы асылды. Йәш шәхси эшҡыуар Рәнис Йәнбирҙин төҙөткән ял итеү урыны “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына боролған ерҙә урынлашҡан.


Тюбинг трассаһын асыуҙа район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин, иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары Артур Ғәлин һәм Йәнбирҙиндарҙың шатлығын уртаҡлашырға ашығыусы район халҡы ҡатнашты.


Изге теләктәр әйтеп ал таҫмалар киҫелгәс, йыйылған халыҡ тюбинг шыуырға юлланды. Шуныһы рәхәт, тауға ҡарай арып-талып атлап менеү юҡ, механик ҡоролма ярҙамында тюбингтарға ултырып ҡына күтәрелделәр.


Ял итеү урынында тау шыуыуҙан тыш, бананда йөрөү, өшөп китһәң, инеп сәй эсеп, тәмлекәстәр ашап йылынып алыу өсөн кафе ла булдырылған.

Мәғлүмәт һәм фото: “ Таң” гәзитенән.

Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды
Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды
Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды
Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды
Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды
Бөрйәндә тюбинг трассаһы асылды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас