Яңы йыл алдынан Хәйбулла оҫталары үҙ ҡулдары менән ошондай мөғжизә тыуҙырған.
Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәгән Әминә һәм Дауыт Юнысовтарҙың татыу ғаиләһе йыл да ҡарҙан ошондай һындар эшләй.
Ике уңған тап килһә, донъя ыңғайларға ғына тора, йәшәүе лә күңелле.
Йәй көнө баҡсалары төрлө төҫтәге гөл-сәскәгә күмелһә, ҡышын бына ошондай матурлыҡ тыуҙыра улар. Ауылдаштары ла был ғаиләне ихтирам итә.
Юнысовтарҙың үҙ ҡулдары менән тыуҙырған байрам кәйефен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Ә һеҙ өй-тирәгеҙҙе нисек биҙәйһегеҙ, дуҫтар?