Матур үтһен ялығыҙ
31 Декабрь 2024, 02:00

Гүзәл Уразованан табынға тултырылған ҡаҙ

Тултырылған ҡаҙ Яңы йыл өҫтәленең бер йәме ул. Күп хужабикәләр ошо ризыҡты әҙерләйҙер. Хәҙер башлаһағыҙ, киске табынға өлгөртәһегеҙ...

Гүзәл Уразованан табынға тултырылған ҡаҙГүзәл Уразованан табынға тултырылған ҡаҙ
Гүзәл Уразованан табынға тултырылған ҡаҙ

Әлбиттә, ул өйрәтмәһә, белмәй инек шул, тиер кемдер. Ысынлап та, тултырылған ҡаҙ бешереүҙең бер ауырлығы ла юҡ, ҡаҙың ғына булһын. Әммә Гүзәлдең, элеккерәк булһа ла, шәп фотоһы янынан үтеп китеп булмай - үҙе лә, ҡаҙы ла матур бит! 

Шулай итеп...

Башта ҡаҙҙы 10-12 сәғәт тоҙло һыуҙа (10 литр һыуға 1,5 килограмм тоҙ кәрәк) тотабыҙ. Шунан аджика, майонез, һарымһаҡ, тоҙ, борос ҡушылған ҡатнашма менән ҡаҙҙың эсен-тышын яҡшылап һылайбыҙ.

Алманы дүрт өлөшкә бүлеп, әрселгән картуфты эре итеп турап, бер нисә ҡара емеште ҡаҙҙың эсенә тултырабыҙ. Эслек ағып сыҡмаһын өсөн, ҡаҙҙың аяҡтарын бергә еп менән бәйләйбеҙ.

Еңсәгә (рукав) тығып, духовкала ике сәғәткә яҡын бешерәбеҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: https://vk.com/sovet1001receipt

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас