Матур үтһен ялығыҙ
27 Ғинуар 2025, 16:00

Нурийән Ишҡоловтан моңло күстәнәс

Бер нисә йыл элек интернет селтәрендә халыҡсан, күңелгә үтеп инерлек итеп моңло итеп йырлаған үҙешмәкәр йырсы Нурийән  Ишҡоловтың видео клиптары барлыҡҡа килде һәм республикала һәм унан ситтә йәшәгән яҡташтарҙың яратҡан йырсыһына әйләнде. Бөгөн һеҙҙе һәүәҫкәр йырсы менән таныштырып үтергә булдыҡ.

Нурийән Ишҡоловтан моңло күстәнәсНурийән Ишҡоловтан моңло күстәнәс
Нурийән Ишҡоловтан моңло күстәнәс

Ул Федоровка районының Яңы Яуыш ауылында 1966 йылда донъяға килгән.

“Үҙемде белгәндән бирле йырлайым, клубта үткән концерттарҙа ҡатнаша торғайным. Атайым бәләкәйҙән тракторҙа ултыртып йөрөттө, артабан үҙем дә ҡыҙығып китеп “ҡорос ат”ты "йүгәнләнем". 13 йәштә ҡул араһына инеп, атайҙы ял иттереп, үҙаллы ер һөрә инем инде”, - ти үҙ ауылында төпләнеп, бөгөнгө көндә урындағы фермер Сәғит Дәүләтбаевтың хужалығында эшләгән Нурийән Нурфәиз улы. Әйткәндәй, ул яҙғы сәсеүгә “ҡорос ат”тарын әҙерләп тә ҡуйған.

“Иң башта йырҙың һүҙҙәренә иғтибар бирәм, шағирҙың уй-кисерешен йөрәгем аша үткәрәм. Төрлө композиторҙың йырын башҡарам. Аранжировка яҙыусы юҡ, йырсы башҡарған көйҙөң минусовкаһын алам. Музыка минең тауышҡа яраҡлаштырылмаған, шуға алдан башҡарған артистарҙың тонализына инеп йырлайым. Ул еңелдән бирелмәй”, – ти ул.

Нурийән Нурфәиз улы Федоровка районы Юлдаш ауылы ир-егеттәренең “Юлдаш” вокаль ансамбле составында төрлө республика фестиваль-конкурстарында сығыш яһай.  “Беҙ хәйриә концерттары үткәреп, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәреүҙә лә  әүҙем ҡатнашабыҙ”, - ти һәүәҫкәр артист.

 

Нурийән Ишҡоловтан моңло күстәнәс
Нурийән Ишҡоловтан моңло күстәнәс
Нурийән Ишҡоловтан моңло күстәнәс
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас