“Яндекс. Погода” ресурсында күрһәтелгәнсә, 7-һенән 13 апрелгә тиклем һауа торошо йыш үҙгәреүсән була.
7 апрель көн болотло була, аҙаҡ ямғыр яуа башлай. Көндөң икенсе яртыһында аяҙайта. Һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә +8...+17 градус. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
8 апрель ямғырлы булыр тип күҙаллана. Төндә +8...+10 градус, көндөҙ +13...+16 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын.
9 апрель ямғыр яуыуы ихтимал, болотло. Төндә +1...+3, көндөҙ +5...+7 градус. Ел төньяҡ-көнбайыштан.
10 апрель ҡояшлы көн көтә. Төндә +1...+3 градус, көндөҙ +5...+7 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан.
11 апрель төшкә тиклем аяҙ, ҡояшлы, икенсе яртыһында болотло. Төндә +2...+4, көндөҙ +8 градус йылы. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан.
Киләһе ял көндәре ҡар ҡатыш ямғыр күҙаллана. 12 һәм 13 апрель төндәрендә +4 градус, көндөҙҙәрен +9...+11 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын.
Фото: Венера Рәхмәтова.