Өйҙә үҙебеҙ кеүәҫ яһап алайыҡ

Еңел генә әҙерләнә, бик тәмле килеп сыға. Эҫелә бына тигән эсемлек.

Өйҙә үҙебеҙ кеүәҫ яһап алайыҡӨйҙә үҙебеҙ кеүәҫ яһап алайыҡ
Өйҙә үҙебеҙ кеүәҫ яһап алайыҡ

Беҙгә кәрәк буласаҡ:

Йылымыс һыу - 3 литр
Шәкәр - 200 грамм
Цикopий - 1-1,5 аш ҡалағы
Лимон киcлотaһы - 1 балғалаҡ
Ҡоро әсетке - 1 балғалаҡ
Йөҙөм - 20 дана

Өс литрлыҡ банкалағы йылымыс һыуға әйтелгән миҡдарҙа шәкәр, цикорий, лимон кислотаһы, әсетке һалып яҡшылап болғатырға ла, ауыҙын марля менән ҡаплап, биш сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Артабан йөҙөм өҫтәп, ҡапҡас ябырға ла һыуытҡысҡа һыуытырға ҡуйырға. Оҙағыраҡ, ике тәүлектәй тоторға ла була.

Автор фотоһы. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас