Алманы яҡшылап йыуып, дүрт киҫәккә бүлеп, үҙәген алырға. Кәстрүл төбөнә ярты стакан һыу ҡойоп, һалмаҡ ҡына утта алмаларҙы бешерергә ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, самалап шәкәр өҫтәп, тағы биш минут ҡайнатырға. Төҫ һәм башҡараҡ тәм бирергә теләһәгеҙ, бер аҙ ҡара ҡарағат, ҡурай еләге йәки сейә өҫтәргә мөмкин.
Әҙер массаны дуршлаг аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Артабан кәстрүлгә һыу ҡойоп, газ плитәһендә ҡайнатырға ҡуйығыҙ һәм шуның өҫтөнә таба ултыртығыҙ. Таба һыу ҡайнаған һауытты тулыһынса, сите асыҡ ҡалмаҫлыҡ итеп ҡапларға тейеш.
Һыу ҡайнап сығып, таба йылынғас, табаны майлап, әҙер массаны йоҡа ғына итеп ҡойорға. Плитәләге ут һүрән генә булырға тейеш. Пар табаны аҫтаны йылыта, ҡаҡ әкренләп кибә. 3-4 сәғәттә ҡаҡ әҙер була. Һүрән утта тотҡас, газ күп сарыф ителмәй.
Бындай ысул менән әҙерләнгән ҡаҡ йомшаҡ, тәмле, һыуһыл килеп сыға, уны һәр кем рәхәтләнеп ашай ала.
Рәхим итеп яһап ҡарағыҙ!
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/m_maryam