Быйыл баҡсаларҙа еләк-емеш ныҡ уңды. Алманың уңышы ла яҡшы. Һеҙҙең иғтибарға алманан тәмлекәс рецебы тәҡдим итәбеҙ. Уны, ғәҙәттә, балалар ҙа яратып ашай.
Шулай итеп пюре яһау өсөн 2 килограмм алма, бер банка ҡуйыртылған һөт, 1 стакан (200 мл) һыу алабыҙ. Алмаларҙың тышын әрсеп турап, һыу өҫтәп, һүрән утта 20 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Төбө көймәһен өсөн болғап торабыҙ. Бешкән алмалар бер аҙ һыуынғас, блендер менән иҙәбеҙ ҙә ҡуйыртылған һөттө өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны яҡшы итеп болғағандан һуң, һүрән утта тағы 8-10 минут ҡайнатып алабыҙ.
Был тәмлекәсте бәләкәйерәк банкаларҙа һаҡларға кәңәш ителә. 0,5 литрлы банкаларҙы яҡшы итеп стерилләгәс, пюрены эҫе килеш банкаларға ҡойоп, тимер ҡапҡас ябып нығытығыҙ.
Фото: https://fotobank02.ru