Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
7 Август 2025, 12:00

Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецептары

Файҙалы ла, тәмле лә милли ризығыбыҙҙы эшләү ысулдары менән Гөлсинә Иҙрисова һәм Рәзилә Илембәтова бүлешә. 

Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецептары
Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецептары

"Ҡыҙыл эремсекте һөттән генә яһайым: 3 литр һөткә 1 ҡап эремсек, 1 стакан шәкәр ҡомо һалам. Ошо ҡатнашма 3-4 сәғәт тирәһе әкрен утта ҡайнап ултыра. Бер ниндәй тоҙ ҙа, май ҙа, йомортҡа ла кәрәк түгел. Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ була. Гөбәҙиәгә лә шуны һалам. Яһап ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ, - тип еңел генә рецепт менән уртаҡлашты "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Гөлсинә Иҙрисова.

Ә бына Рәзилә Илембәтова ҡыҙыл эремсекте ошолай эшләй:

"Бер көн алда сөсө ҡатыҡ ойотаһың (6-8 литрлыҡ кәстрүл менән). Иртәгәһенә 10 литр эшкәртелгән һөттө ҡайнатырға ултыртаһың. Сөсө ҡатыҡҡа бешкән майҙың айранын, 1-2 йомортҡа һытып, ҡатыҡты болғайһың. Һөт ҡайнау хәленә етеп килһә, ҡатыҡты һөткә ҡояһың. Һөт эреп, эремсек кәпәсләнеп өҫкә ҡалҡып сыға. Эремсекте болғамайһың. 7-8 литр һыуын алаһығыҙ. Утты яйға ҡуйып, талғын утта көнө буйы, эремсек ҡыҙарғансы, ҡайнатаһың. Әҙер булһа, тәмле булып еҫе сығып китә. Әҙер эремсекте алып, һарҡытырға ҡуяһың. Иртәгеһенә ит турағыс аша үткәреп, үҙегеҙгә нисек кәрәк - май, шәкәр ҡушып - йомғаҡлап алаһығыҙ. Эремсек әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ҡыҙҙар!"

Фото: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнән (https://vk.com/club36676061)

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас