Август һый-ниғмәттәре менән ҡыуандырыуын дауам итә. Һеҙҙең иғтибарға үҙе һынап ҡараған тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ рецебын тәҡдим итәм.
Шулай итеп, ташҡабаҡты таҙартып, шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа ике йомортҡа, самалап тоҙ, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ ҡушабыҙ. Мин ошоларҙың барыһынан бергә блендер ярҙамында ғына иҙмә әҙерләйем. Кемдер ҡырғыс аша үткәрә, кемдер - ит турағыстан, шулай ҙа иң рәхәте - блендер менән эшләү, тип уйлайым. Әҙер иҙмәгә самалап он ҡушып, ҡамыр эшләйбеҙ. Ул ҡоймаҡ ҡамырынан ҡуйыраҡ булырға тейеш. Ике яҡлап бешереп алабыҙ ҙа, һыуытырға ҡуябыҙ.
Араһына һылап ҡатлау өсөн соус: майонез, ваҡ итеп туралған укроп һәм һарымһаҡ. Өҫтөн помидор, петрушка, салат япраҡтары менән биҙәргә мөмкин.
Бик тәмле ҡабымлыҡ әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор фотоһы.