Быйыл емеш-еләк уңды, шөкөр. Хужабикәләр баҡса емештәрен әрәм итмәй, ҡағын да ҡоя, ҡайнатмаһын да эшләй, туңдырғысҡа һаҡларға ҡуя.
Ҡаҡты һәр кем үҙенә ҡулай рецепт буйынса эшләй. Алманан эшләгәндә, күптәр емеште газ плитәһе өҫтөндә кәстрүл төбөнә арыу ғына һыу ҡойоп бешерә, унан тишекле сүмес аша һөҙә. Был осраҡта алманың байтаҡ тәме, витамины һыуға сығып әрәм була.
Алманы мейестә, духовкала бешереп тә ҡаҡ эшләргә мөмкин. Туралған алманы табаға (листҡа) йәйеп һалғас, ярты стакан самаһы ғына һыу ҡойоғоҙ. 180 градус тирәһе эҫелектә 20-25 минутта алма әҙер була. Һөҙөргә кәрәкмәй, сөнки һыуы булмай. Ошо массаны блендер менән иҙергә һәм ҡаҡ итеп ҡойоп, киптереп алырға ғына ҡала. Татлыраҡ ризыҡ яратһағыҙ, самалап шәкәр өҫтәгеҙ.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды. Унда Бүздәк районы оҫтабикәһе Сажиҙә Чанышева төшөрөлгән.