Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
1 Сентябрь 2025, 13:00

Төлгөҙ быуаһы йәшен-ҡартын үҙенә тартты...

Иң кескәй балыҡсыға ни бары ун йәш булһа, иң өлкәненә - 68 йәш

Төлгөҙ быуаһы йәшен-ҡартын үҙенә тартты...
Төлгөҙ быуаһы йәшен-ҡартын үҙенә тартты...

Асҡын районының Ҡышлау–Йылға ауыл Советы биләмәһендәге Төлгөҙ быуаһында балыҡ ҡармаҡлау буйынса йәйге  район ярыштары уҙҙы. Күңелле сара йәшен дә, ҡартын да берләштереп, ысын байрамға әүерелде.

Ауыл Советы башлығы Илфат Ғатин, уҡытыусы Илнара Шәймәрҙәнова ярыштарҙы асыу  тантанаһында ҡатнашып, балыҡсыларҙы йылы сәләмләне һәм һәр береһенә уңыш теләне. Ауыл мәҙәниәт йорто әҙерләгән концер номерҙары сараға айырыуса йәм өҫтәне. Ҡайнар уха һәм тәмле сәй, хәүефһеҙлек  тураһында ла ойоштороусылар хәстәрлек күргән.

Ярыштарҙа ҡатнашҡан 17 балыҡсы араһында тәжрибәлеләре лә, ҡармаҡты ҡулдарына яңы ғына алғандары ла булды. Иң кескәй балыҡсыға ни бары ун йәш булһа, иң өлкәненә 68 йәш ине.  Мауыҡтырғыс сара  ауылда бөтә быуындарҙы ла берләштереүсе, кәйефте күтәреүсе  үҙенсәлекле байрамға әүерелде.

2,5 сәғәт буйы барған көсөргәнешле ярыштан һуң еңеүселәр билдәләнде.  Төлгөҙбаш ауылынан  61 йәшлек Ильяс Шакиров  беренсе урынды яуланы, ә Ҡышлау-Йылғала йәшәгән  52 йәшлек балыҡсы Азат Исмәғилев икенсе урынға сыҡты. Асҡындан 11 йәшлек Салауат Зиннәтуллин  – өсөнсө урында. Еңеүселәрҙең барыһы ла иҫтәлекле приздар, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

 Фото:”Аскинская новь” гәзите.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас