Матур үтһен ялығыҙ
8 Сентября 2025, 13:25

Алма менән сливанан иҫ китмәле тәмле джем

Уны эшләүе лә еп-еңел!

Алма менән сливанан иҫ китмәле тәмле джемАлма менән сливанан иҫ китмәле тәмле джем
Алма менән сливанан иҫ китмәле тәмле джем

Алма, слива ишелеп уңғанда хужабикәләр бер бөртөгөн тә әрәм итмәй ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләй. Ошо рецепт буйынса ла джем әҙерләп ҡарағыҙ әле.

Яҡынса икешәр килограмм орлоҡтарынан таҙартылған алма менән сливаны биш минут тирәһе бешерәбеҙ. Һыуынғас, һөҙәбеҙ. Шуға 6 килограмм тирәһе шәкәр ҡушып, 5 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Слива әскелт булғас, шәкәрҙе күберәк ҡушырға кәрәк.

Сәй эсергә бик тәмле джем килеп сыға. Пирог бешергәндә дә ҡулланырға була. Был джемды эшләгәндә алманы күберәк ҡушырға ла мөмкин.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас