Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
10 Сентябрь 2025, 23:15

Бигерәк тәмле, яһап ҡарағыҙ!

Был суфле бик еңел яһала. Уны балалар ҙа ярата. 

Бигерәк тәмле, яһап ҡарағыҙ!
Бигерәк тәмле, яһап ҡарағыҙ!

Был тәмлекәс түбәндәгесә эшләнә.

Бер стакан (250 грамм) йылы һыуға 20 грамм желатин һалып, болғатып, бүрттерергә ҡуябыҙ. Икенсе һауытта 500 грамм кибет ҡаймағы (20 процентлы) менән бер стакан шәкәрҙе яҡшы итеп болғайбыҙ.

Желатинды талғын утҡа ҡуйып, иреп бөткәнсе болғатып торабыҙ ҙа эҫе килеш ҡаймаҡлы масса өҫтөнә ҡоябыҙ. Ярты сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Бик һәйбәтләп, шәкәре иҙелеп бөткәнсе болғайбыҙ. Артабан ошо массаға төрлө емеш-еләк, сәтләүектәр һалып, һауыттарға бүлеп һалабыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Татлы ғына ризыҡ килеп сыға. Ашығыҙ тәмле булһын!

(Редакциянан: желатин ҡулланмаһағыҙ, тәбиғи агар-агар алығыҙ).

Рецепт һәм фото Илһамиә Хәсәнова-Ғарипованың битләүенән алынды.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас