Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
15 Сентябрь 2025, 11:00

Ҡара сәй ҡушылған һыу менән йыуһаң...

Тәҙрәләрегеҙ ялтырап торор, таптар ҡалмаҫ. Был ҡатнашма ҡиммәтле таҙартҡыстарҙан һис тә ҡайтыш түгел. 

Ҡара сәй ҡушылған һыу менән йыуһаң...
Ҡара сәй ҡушылған һыу менән йыуһаң...

Көҙҙөң сыуаҡ көндәрендә хужабикәләр оҙайлы ҡыш алдынан тәҙрәләрҙе йыуып ҡуйырға тырыша. Һеҙҙең иғтибарға бик үҙенсәлекле алым тәҡдим итәбеҙ. Ул һәр төрлө ҡиммәтле йыуыу сараларынан күпкә арзанға төшәсәк, әммә һөҙөмтәһе һеҙҙе ҡыуандырасаҡ. Өҫтәүенә, экологик йәһәттән дә зыяны юҡ.

Шулай итеп, өс пакет йәки өс аш ҡалағы ғәҙәти ҡара сәй алып, 500 миллилитр ҡайнар һыуҙа бешерәбеҙ. Бер аҙ һыуынғас, пульвизаторға йәки берәй һиптерткескә ҡойоп, сәйҙе тәҙрәгә һиптереп, микрофибра йәки ҡағыҙ менән яҡшылап һөртөгөҙ.

Ҡара сәйҙәге тарҡатҡыс матдәләр һәм органик кислоталар бысраҡты, майҙы яҡшы бөтөрә. Сәй быялаға еңелсә ялтырауыҡ бирә, артабан яңы таптарҙың барлыҡҡа килеүен тотҡарлай.

Ҡара сәй менән көҙгөләрҙе, душ кабиналарын, хатта быяла ваза кеүек һауыт-һабаны йыуырға мөмкин. Улар ҙа ялтырап китер.

Сәйҙе артыҡ ҡаты итмәгеҙ. Һөрткән саҡта түңәрәк хәрәкәттәр яһарға тырышығыҙ, был өҫтәмә ялтырауыҡ бирер.

Фото: Avito.ru

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас