Был ҡайнатманы күптәр мандариндан ҡайнатылған, тип уйлай. Шулай уҡ әфлисун джемына ла оҡшаған. Хуш еҫе, матур төҫө, тәмлелеге менән цитрус емештәре ҡайнатмаһынан һис тә ҡалышмай ул.
Кәрәк: бер килограмм кишер, 1 килограмм лимон, 2 килограмм шәкәр һәм 5 грамм ванилин.
Лимонды турап, орлоҡтарын алырға, ә ҡабығын ҡалдырырға. Таҙартылған кишерҙе һәм лимонды ит турағыс аша үткәрергә. Шәкәр ҡушып болғатып, 40 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Ванилин өҫтәп, стерилләнгән банкаларға һалырға.
Витаминдарға бай ҡайнатма табынығыҙҙың йәме булыр, файҙаһын да күрерһегеҙ. Кишер менән лимон – йыл әйләнәһенә тиерлек кибет кәштәһендә һатылған продукттар, шуға күрә ҡайнатманы йылдың бөтә миҙгелендә лә әҙерләргә мөмкин.
Фото: нейроселтәр.