Матур үтһен ялығыҙ
23 Октября 2025, 08:00

Бабай летчикты тишек шоманға ултыртҡан

Ныҡ тора бабай...

Бабай летчикты тишек шоманға ултыртҡанБабай летчикты тишек шоманға ултыртҡан
Бабай летчикты тишек шоманға ултыртҡан

Бабай әбейен етәкләп aэрoдрoмға килгән. Бабай уңайлы мәлде ҡарауыллап, летчикты туҡтатып:

— Улым, иҫәнме? Ҡарале, беҙ ҡарсыҡ менән 70 йыл бергә торабыҙ. Бер тапҡыр ҙа самолетта осҡан юҡ... Берҙе булһа ла йөрөтөп килмәҫһеңме беҙҙе?

Лeтчик:

— Ярар, бабай. Бер шарт менән. Әгәр ҡурҡышыңдан ҡысҡырһаң - миңә 12 мең һум түләйһең! Килештекме?

— Килештек! — ти, ҡарт.

Һауаға күтәрелгән былар. Летчик самолетын тегеләй ҙә былай борғослай башламаһынмы! Бер менә, бер төшә, әйләндереп сығара, ҡыҫҡаһы. Тик ҡарт ҡына шып-шым! Ялҡҡас, самолетын ултырта был, шунан бабайҙан һорай:

— Саҡ ҡысҡырып ебәрмәгән берәй мәл булдымы, исмаһам, бабай?

— Булды, улым.

— Ҡайһы мәлендә?

— Әбейем төшөп ҡалған мәлдә!.. 

Автор:
Читайте нас