Мәләүез районының Арыҫлан ауылынан Нәсимә Суҡбаева туғандарын йыйып өмә үткәргән. Мәшәҡәтле булһа ла, ҡайһылай күңелле байрам эшләгәндәр, афарин!
Ҡош һимеҙ булһа, таҙа йолҡола, баҡтиһәң. Ай башында һуйһаң - һуҡталы, ай аҙағы булһа һуҡтаһыҙ була, тигән һынамыш та бар.
Тағы бер ысулы бар. Ҡошто бешекләп ала торған һыуға бер ус сәй содаһы йәки ҡоро гәрсис һалырға кәрәк. Ҡайнар һыуҙан алғас та уны таҫтамалға урап, өс-биш минут тотоп алырға. Шул ваҡытта ҡаҙ-өйрәк яҡшы йолҡола.
Өмәләр күңелле, уйын-көлкө менән үтһен! Донъяла именлек урынлашһын, Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын!