Йомшаҡ сыр эшләү өсөн беҙгә 0,5 литр 2,5 процентлы кефир, 0,5 литр 20 процентлы кибет ҡаймағы, ике балғалаҡ тоҙ кәрәк. Барыһын бергә ҡушып болғайбыҙ ҙа дүрт-биш ҡатлы марляға ауҙарып, төйнәйбеҙ. Унан инде тишекле сүмескә йәки иләккә һалып, һыуы һарҡһын өсөн аҫтына берәй тәрилкә йәки бәләкәй табаҡ ҡуябыҙ.
Быны төнгөлөккә эшләү яҡшы. Иртәнсәк алып, банкаға бушатып алабыҙ. Укроп кеүек йәшел тәмләткестәр турап ҡушырға мөмкин. Йомшаҡ сыр әҙер!
Сығанаҡ: Гөлнара Ғәлимуллина.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!