Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән Зөлфирә Харрасова менән аралашып торабыҙ. Бешеренергә ярата. Рецептарын да ихлас уртаҡлаша. Бына тағы берәүһе.
"Ваҡ бәлеш - башҡорт халҡының яратҡан ризыҡтарының береһе. Рецепт ҡалдырам. 0,7 банкы менан һөт үлсәп алабыҙ, бер аҙ йылытабыҙ. Ошо йылыған һөткә 60 грамм әсетке һалабыҙ, ярты стакан шәкәр ҡомо, ике стакан он ҡушып болғап, әсетергә ҡуябыҙ.
Әҙер әсеткегә ике йомортҡа һытып өҫтәйбеҙ, алдан иретелгән 200 грамм аҡ май һалабыҙ, ярты стакан йылы һыу, тоҙ ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Эслегенә: тауыҡ итен шаҡмаҡлап турайбыҙ, бәрәңгене, һуғанды ваҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ, туңған аҡ майҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, 300 грамм май кәрәк була. Тоҙ, ҡара борос ҡушып бутайбыҙ", - тип яҙа ул.