Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Ноябрь 2025, 13:00

Эсәк-ҡарын яратаһығыҙмы?

Атаҡлы табип Ишмырҙа Һиҙиәтов ни өсөн эсәк-ҡарындан ризыҡтар бешереп ашарға ҡушыр булған?

Эсәк-ҡарын яратаһығыҙмы?
Эсәк-ҡарын яратаһығыҙмы?

Әбйәлил районынан атаҡлы табип Ишмырҙа Һиҙиәтов яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн тап эсәк-ҡарындан ризыҡтар бешереп ашарға ҡушыр булған, тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә журналист, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова. Гөлнара ҡуҙаҡлы фасоль менән бешергән эсәк-ҡарын рецебы менән дә уртаҡлашты. Эсәк-ҡарынды ҡуҙаҡлы (стручковый) фасоль, һуған менән ҡуша ҡыҙҙырып ашаһаң, бик тәмле була. Ҡуҙаҡлы фасоль ҡоро булғас, майлы эсәк менән йәтеш тура килә, ти (2-се фотоһүрәт).

Эйе, эсәк-ҡарында организм өсөн файҙалы  матдәләр бик күп. Мәҫәлән, бындай ризыҡтың составындағы таурин ишемия ауырыуы башланыу ҡурҡынысын 60 процентҡа кәметергә һәләтле. Шулай уҡ эсәк-ҡарын А һәм В төркөмө витаминдарына ныҡ бай. Күпселек диетологтар уны иң файҙалы ит тип атай. 

Фото: Гөлнара Хәлфетдинова vk.com/g.khalfitdinova һәм t.me/hakmar_sakmar 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Эсәк-ҡарын яратаһығыҙмы?
Эсәк-ҡарын яратаһығыҙмы?
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас