Ингредиенттар:
сосиска - 6 дана, ләүәш - 1 дана, сыр - 50 грамм, картуф - 4 дана, тоҙ, ҡара борос, һыйыр майы - 30 грамм, үҫемлек майы.
Әҙерләү: картуфты бешереп, май, ҡара борос ҡушып иҙәбеҙ. Ләүәште дүртмөйөшләп киҫәбеҙ. Киңлеге – сосиска кеүек, оҙонлоғо 12-14 сантиметр булырға тейеш. Ләүәштең һәр киҫәгенә әҙләп картуф иҙмәһе һалабыҙ, өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән аҙ ғына сыр һибәбеҙ һәм сосиска һалабыҙ ҙа төрәбеҙ. Рулеттарҙы үҫемлек майында әйләндереп-әйләндереп ҡыҙҙырып алабыҙ.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!