

Еңел генә эшләнгән десерт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Еләкле генә, ҡаймаҡлы ғына был тәмлекәс һәр табындың йәме буласаҡ.
Бының өсөн ике-өс сәй ҡалағы желатин, 250 миллилитр ҡайнап һыуынған һыу, 0,5 литр ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр, самалап төрлө емеш-еләк кәрәк буласаҡ.
Был торт-желеға бер төрлө генә емеш йәки бер нисә төрлөнө бергә һалырға ла мөмкин. Груша, банан, слива, шафталы кеүек эре емештәрҙе турап, ә ҡарағат, баҡса, ер, ҡурай еләген бөтәүләй һалабыҙ. Туңдырғыста һаҡланған емештәрҙе лә ҡулланырға мөмкин.
Эш барышы
Желатинды эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, 40-60 минутҡа ҡалдырырға. Ул йомшарып ҡабарғас, болғай-болғай иретеп, ҡайнау хәленә еткерергә, тик ҡайнатмаҫҡа!
Аҙ ғына һыуынғас, ошо массаға шәкәр һәм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғарға һәм емештәрҙе өҫтәргә. Силикон, быяла йәки башҡа төрлө һауыттарға һалып, өс-дүрт сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тортты креманка, кәсә кеүек һауыттарға айырым порция итеп эшләргә лә мөмкин.
Әгәр аш-һыу әҙерләгәндә желатин ҡулланмаһағыҙ, агар-агар ҡушырға була. Шулай уҡ матур, тәмле ризыҡ килеп сығасаҡ.
Аштарығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле, кәйефтәр күтәренке булһын!
Фото: "Бәйләнештә" селтәрендәге "Аш-һыу" төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!