Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Июнь 2022, 12:40

Лицензия алыусылар арта

Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә тәүге тапҡыр лицензия алыуҙы рәсмиләштереү 15 көн эсендә башҡарыла. Ә яңынан алыу өсөн 10 көн дә етә.

Лицензия алыусылар арта
Лицензия алыусылар арта

2022 йылдың ғинуарынан май айына тиклем республикала вакцина яһатыу буйынса тәү тапҡыр лицензия алған медицина учреждениелары һаны 6,5 процентҡа артты. Быйыл эшмәкәрлектең был төрө буйынса 19 лицензия теркәлде.

– Республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында иҫкәртеү прививкалары яһау буйынса  лицензияһы булған  290 медицина учреждениеһы теркәлгән.  Уларҙың 90-ы дәүләт, 126-һы – муниципаль, 68-е – шәхси һәм алтыһы федераль ойошмалар  ҡарамағында, – тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  лицензиялар бүлеге начальнигы  Эльвира Тәхәүетдинова.

Уның аңлатыуынса, вакцина яһатыу – организмға билдәле йоғошло сир агентына ҡаршы әүҙем һаҡлағыс иммунитет булдырыу өсөн антиген-үҙенсәлекле компоненттар индереү. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алыу өсөн бөтә ярҙамды ла күрһәтә. Ошо маҡсатта консультация биреү, методик ярҙам күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған.  Барлыҡ мәғлүмәт Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында бар.

Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә тәүге тапҡыр лицензия алыуҙы рәсмиләштереү 15 көн эсендә башҡарыла. Ә яңынан алыу өсөн 10 көн дә етә. Эште тиҙләтеүгә ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәтенең берҙәм федераль порталы аша электрон рәүештә тапшырыу булышлыҡ итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56245

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: