Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Сентябрь 2022, 15:45

Ҡеүәтлерәк тә, һөҙөмтәлерәк тә

Дауахананың баш табибы Ринат Нагаев яңы компьютер томографы эшен ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Ҡеүәтлерәк тә, һөҙөмтәлерәк тә
Ҡеүәтлерәк тә, һөҙөмтәлерәк тә

Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы  яңы компьютер томографы алынды. Ҡан тамырҙары үҙәген проектлағанда уҡ яңы ҡорамал урынлаштырыу планлаштырылған булған. Нур диагностикаһы бүлексәһе мөдире Гөлнара Садиҡова аппараттың үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.

– 128 киҫелешле компьютер томографы нурланыш дозаһын кәметергә, һүрәттәр сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.  Тын алыу етешмәүсәнлеге, тын ҡыҫылыуы һәм ауыртыу хас булған пациенттарҙы тикшереүҙе тәьмин итә. Һүрәттәр сифаты кимәле күпкә юғарыраҡ, – ти Гөлнара Садиҡова.

Яңы ҡорамал ҡеүәтлерәк тә, шәберәк тә. Уға әҙер тикшереү программалары һалынған, уларҙы һәр саҡ көйләп тороуҙың кәрәге юҡ. Аппарат менән дистанцияла ла идара итергә мөмкин.

 Дауахананың баш табибы Ринат Нагаев яңы компьютер томографы эшен ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. Айырыуса Ғәлим Мостафин етәкселегендәге административ-хужалыҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эшен юғары баһаланы. Экскурсиянан һуң етәкселек нур диагностикаһы бүлексәһенең эше менән танышты. “Аппаратҡа бөтә документтар алынған. Тест осоро үтелгән. Унда эшләү өсөн кадрҙар уҡытылды, белемдәрен арттырыусылар әле лә бар”, –тине Ринат Нагаев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: