Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Апрель 2023, 14:45

Стәрлетамаҡ ҡалаһында светофорҙар ремонтлана һәм ҡуйыла

Милли проекттың төп маҡсаты — юл-транспорт ваҡиғаларындағы үлем осраҡтарын кәметеү.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында светофорҙар ремонтлана һәм ҡуйыла
Стәрлетамаҡ ҡалаһында светофорҙар ремонтлана һәм ҡуйыла

Стәрлетамаҡ ҡалаһында светофорҙар ремонтлана һәм ҡуйыла

Светофорҙарҙы «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты (национальный проект "Качественные и безопасные дороги") буйынса Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында ремонтлайҙар һәм ҡуялар. Был хаҡта ҡала округы хакимиәте хәбәр итә.

Мәҫәлән, Вокзал һәм Сакко һәм Ванцетти, шулай уҡ Ильич һәм Ялан урамдары киҫешкән урында ике светофор төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш, ике объект ремонтланасаҡ — улар Вокзал һәм Ноғоманов, Артем һәм Ибраһимов урамдары сатында урынлашҡан. Һуңғыһында шулай уҡ гобо-проектор (һүрәттәрҙе теләһә ниндәй бейеклектә проекциялау өсөн ҡоролма) ҡуйыласаҡ. Үткәүел өҫтөндә урынлашҡан ҡорамалдар сағыу яҡтылыҡ коридоры булдырасаҡ. Бындай билдәләр һүрелмәй, ул ҡараңғы ваҡытта һәм теләһә ниндәй һауа шарттарында яҡшы күренә.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты илдең юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итергә тейеш. Милли проекттың төп маҡсаты — 2030 йылға  юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү: 100 мең кешегә 4 кеше һәләк булған. РФ Президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды. 

Фото: ep.zp.gov.ua

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: