Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Август 2023, 10:30

Өфөлә парктарҙы реконструкциялау башланды

900 квадрат метр майҙанлы Аксаков исемендәге скверҙа төҙөлөш эштәре май айында старт алғайны

Өфөлә парктарҙы реконструкциялау башланды
Өфөлә парктарҙы реконструкциялау башланды

900 квадрат метр майҙанлы Аксаков исемендәге скверҙа төҙөлөш эштәре май айында башланғайны. Бөгөн һүтеү һәм ер эштәре тамамлана, тротуар плитәһе һалына. Паркта төҙөлөш эштәре «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла. Проект ярҙамында Өфөлә йәмәғәт киңлектәре яңыртыла һәм реконструкциялана. 

Парктарҙы реконструкциялауҙы ағымдағы йылда тамамлау планлаштырыла. 900 квадрат метр майҙанлы Аксаков исемендәге скверҙа төҙөлөш эштәре май айында башланғайны. Бөгөн һүтеү һәм ер эштәре тамамлана, тротуар плитәһе һалына. Яҡын арала таяуҙар ҡуйыласаҡ һәм яҡтыртҡыстар монтажлана, шулай уҡ бәләкәй архитектура формаларын төҙөү планлаштырыла. Төҙөлөш эштәренә 8,9 миллион һум бүленгән, шул иҫәптән 8,3 миллионы - федераль бюджеттан. 30 сентябргә тиклем сквер файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Аксаков исемендәге баҡса мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы булып тора, шуға күрә реконструкция ваҡытында уның тарихи ҡиммәтен һаҡлап ҡалырға кәрәк. Белгестәр арауыҡты  тарихи аллея, күл яры буйы, әҙәби ҡунаҡ бүлмәһе, сәхнә һәм балалар майҙансығы зонаһына бүлгән. Бында шулай уҡ һүтеү эштәре тамамланған, сәхнә аҫтына бағаналар әҙерләнгән, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәре үткәрелә. План буйынса паркта видеокүҙәтеү камералары, тышҡы яҡтыртыу ҡуйыласаҡ, тротуарҙар йыһазландырыласаҡ, балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыласаҡ, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ.

Аксаков исемендәге баҡсаны реконструкциялау хаҡы 243,35 миллион һум тәшкил итә, шуларҙың 226,5 миллионы — федераль иҫәптән. Яңыртылған баҡса ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында асылырға тейеш, тип яҙҙылар Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә. Паркта төҙөлөш эштәре «Торлаҡ һәм ҡала мөхите»  ("Жилье и городская среда") милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу»федераль программаһы сиктәрендә алып барыла. Проект ярҙамында Өфөлә йәмәғәт киңлектәре яңыртыла һәм реконструкциялана. Был осраҡта заманса комплекслы ҡараш ҡулланыла: ял итеү зоналары, йәйәү йөрөү аллеялары, төрлө йәштәге кешеләр өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырыла, һәм, әлбиттә, ярҙамсы архитектура ҡоролмалары, ябай функцияларға эйә булған һәм төҙөлөш ансамблен тулыландырған художество-декоратив элементтар ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, биләмәләрҙе төҙөкләндереү тураһында бөтә ҡарарҙар ҙа халыҡ ҡатнашлығында ҡабул ителә. 2023 йылда төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен беренсе сиратта һайлап алыу буйынса өсөнсө бөтә Рәсәй тауыш биреүен үтә. Тауыш биреүҙә 14,2 миллион рәсәйле ҡатнашты, тип хәбәр ителә милли проекттар.рф рәсми сайтында.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: